Башҡортостан делегацияһы Ҡырымда үткән «Таврида» форумында ҡатнашты

Ҡырымдың «Таврида» арт-кластеры майҙансығындағы йәйге мәктәпте «Меганом» академияһы йыл һайын ойоштора. Быйыл ул 4 ай дауамында 9 йүнәлеш буйынса бара һәм илдең төрлө төбәктәренән 4 меңгә яҡын йәштәрҙе берләштерә. Ете көнлөк курстар теория һәм практиканы, оҫталыҡ дәрестәрен үҙ эсенә ала. Тәүге төркөм мәҙәниәт йүнәлеше буйынса белем алған. Уларға донъя, ил кимәлендәге күренекле эксперттар лекциялар уҡыған. Сибайҙан Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы директоры урынбаҫары Әлфирә Үтәбаева әйтеүенсә, форумға илдең төрлө субъекттарынан дәртле һәм белемле йәштәр йыйылған. Һәр ҡатнашыусы был сәфәрҙән яңы идеялар менән ҡайта һәм үҙ проектын тормошҡа ашыра.