Туймазы районының Ҡандракүл ауылында Самауыр байрамы үтте

Һәр райондың үҙ байрамы. Бренд булырлыҡ мәҙәни саралар Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса уҙа. Былтыр ғына Башҡортостандың 63 муниципалитетында ошондай байрамдар ойошторолған. Туймазы районының Ҡандракүл ауылында Самауыр байрамынан коллегабыҙ Наил Юнысов тәмле сәй менән һыйланып ҡайтты.

Самауырҙы кем уҙарҙан ҡайнатыу өлөшө байрамға айырым бер сәм өҫтәне. Кемдер йола буйынса ҡайын туҙын ҡулланһа, кемдер тубырсыҡ, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең самауыр төтөнөн Паравозға ла оҡшатыусылар булды.

Ҡандракүл буйы бөгөн тәмле самауыр еҫенә тулды. Фестивалдә райондың Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йортоноң Иман вокал төркөмө, Бишҡурай ауылы мәҙәниәт йортоноң Йәнгүзәл төркөмө, Кендектамаҡ ауылы мәҙәниәт йортоноң Ауылым ынйылары коллективы, Ҡандракүл ауыл мәҙәниәт һарайының Тылсым башҡорт фольклор ансамбле һәм Шаран ауылы мәҙәниәт йортоноң Ош пеледещ фольклор төркөмө майҙан тотто.

Күргәҙмәлә самауырҙың ниндәйе генә юҡ. Кесеһенән алып олоһона тиклем уны данлап йырланы ла, шиғырҙарын да яңғыратты.

Ҡандракүл ауылында башланып киткән Самауыр байрамының даны хәҙер бар районға таралып, бренд сараһына әүерелеп, төрлө коллективтарҙы бер майҙан йыя.

Наил Юнысов