Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында көн һайын Рәсәйҙең ҡораллы көстәре менән утыҙға яҡын килешеү төҙөлә. Хәрбиҙәр сафына башлыса урта йәштәрҙәге ир-егеттәр баҫа. Пунктта уларҙың сәләмәтлеге тикшерелә. Ҡатмарлы сирҙәре булған, наркология һәм психология буйынса иҫәптә торғандар алынмай. Контракт буйынса түләүҙәр буйынса 5 июндән үҙгәрештәр индерелгән.