Хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы 2022 йылдың сентябрь аҙағынан эшләй. Ирекмәндәр штабынан мобилизацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм батальон ирекмәндәренә 26 гуманитар конвой ебәрелгән. Изге эштә «Туймазы агросәнәғәт колледжы» филиалы студенттары әүҙем ҡатнаша.
Гуманитар ярҙам менән оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн медикаменттар ебәрелә. «Шаран һалдатына йылылыҡ» акцияһы сиктәрендә бәйләнгән йөн ойоҡбаш, бейәләйҙәр, бирсәткәләр йыйыла. «Һалдатҡа хат» акцияһында Шаран районы мәктәптәре уҡыусылары әүҙем ҡатнаша. Ауыл биләмәләре «Маскировка селтәре», «Өй туҡмасы», «Окоп шәме» акциялары буйынса эшләй. Шаран районы предприятиелары, учреждениелары ҙур ярҙам күрһәтә.
«Еңеү төйөнсөгө» ирекмәндәр клубы ағзалары яугирҙарға мендәрҙәр тегә. Әлеге ваҡытта 50-нән ашыу мендәр әҙерләнгән. 155 берәмек маскировка селтәре етештерелгән.