Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Иҫке Балтас ауылындағы ағас өйҙә сыҡҡан янғында 16, 9 һәм 3 йәшлек өс малай һәләк булған. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев социаль селтәрҙә зыян күргән ғаиләгә тейешле ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында хәбәр итте. Фажиғәлә ғүмерҙәре өҙөлгән балаларҙың әсәһе һәм 12 йәшлек малай өйҙә булмаған. Күп балалы ғаилә башлығы махсус хәрби операцияла. Әле янғын сәбәбе асыҡлана. Бәхетһеҙ осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бер ҡатлы бүрәнә йортҡа электр һәм газ үткәрелгән, янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма ҡуйылған.
Инциденттан һуң районда ғәҙәттән тыш хәлдәр Һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышы үткән. Ауыл советы башлығы ата-әсәгә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм тейешле ярҙам күрһәтеләсәген вәғәҙәләне. Ғаиләгә аҡса йыйыу ойошторолған, әйберләтә лә ярҙам итергә була. Аҡса күсереү өсөн иҫәп: 4276 06007272 7681 Телефон: 8 927 32 63 879 Венера Даресхановна С.