Ҡороған ботаҡтарҙан таҙартыу сараһы республиканың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре күҙәтеүендә алып барыла. Белгестәр фекеренсә парк биләмәһендә һирәк осраған ағастар үҫә. Был айырыуса һаҡсыл ҡараш талап итә. Шулай ҙа хәүеф тыуҙырған дүрт ағас ҡырҡылыр тип көтөлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡала үҙәгендәге парк бер ай элек күләмле реконструкцияға ябылды. Проектлаусылар фонтанды ремонтларға, юл япмаһын һәм инженер селтәрҙәрен алмаштырырға һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөргә ниәтләй.