Башҡортостанда хужалыҡтар техника паркын яңырта

Быйыл 768 трактор-машина һатып алынған. Уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 490 миллион һумға күберәк аҡса тотонолған, тип хәбәр итәләр Республика ауыл хужалығы министрлығынан. Башҡортостанда "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Техника паркын яңыртыу төп маҡсаттарҙың береһе тип билдәләнгән.