Сибай-Аҡъяр юлында күпер реконструкциялана

Бының өсөн 100 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Төп эштәр киләһе йылда башҡарыла. Трассала ремонт 2023 йылда башланды. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 30 километрҙы тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйыла.