17 июлдә "Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе"нә нигеҙ һалыуҙың 100 йыллығы уңайынан сара уҙғарыла. Тантанала легендар пилоттар төркөмөнөң ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр итәләр ҡала советынан. Улар Өфөлә етештерелгән заманса авиация двигателдерең мөмкинлектәрен күрһәтәсәк. Предприятиеның юбилейы федераль кимәлдә билдәләнә. Ил президентының указы бар.