Ул 16 июнгә тиклем дауам итә. Ҡала һәм райондарҙа акциялар уҙғарыла, водителдәр тикшерелә. “Ял көндәрендә күптәр тәбиғәткә сыға, ҡунаҡҡа йөрөй. Водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Балалар машина салонында махсус креслола ултырырға тейеш”, - тине Владимир Севастьянов.