Өфөнөң Октябрь проспектында «Граждандар аллеяһы» заманса ҡала скульптураһы баҡсаһы асылды. Проект халыҡтың хеҙмәтен һәм мәҙәниәтен сағылдырған арт-инсталляциялар серияһы булып тора. Уның авторҙары Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты студенттары. Тулыраҡ Илүзә Ҡыҙрасова репортажында.
Балалар өсөн түңәрәк бәүелсәктәр, күләгә урындары һәм, әлбиттә, береһен дә битараф ҡалдырмаған арт-объекттар. Заманса йыһазландырылған баҡсала ҡала халҡының уңайлы ялы өсөн яҡшы шарттар булдырылған.
Скульптураларҙың авторҙары «Граждандар аллеяһы» бәләкәй архитектура формалары конкурсы һөҙөмтәһендә һайлап алынған.
Рәсәйҙең төрлө юғары уҡыу йорттары студенттары өфөләрҙең эшмәкәрлеген сағылдырған проекттарҙы ижад итте. Еңеүсе тип Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының сәнәғәт дизайны студенттары танылды һәм улар башҡорттоң күп төрлө мәҙәниәте кеүек үҙенсәлекле арт-объект - бәшмәкте тәҡдим итте.
Ленин исемендәге майҙандан алып «Артерия» күп функциялы үҙәгенә тиклем һуҙылған баҡсала тағы ла башҡорт милли ризығын сағылдырған «Өс босмаҡ» менән Башҡортостан медицинаһын данлаған ҡан тамырҙары скульптуралары ҡуйылған.
Арт-объекттар өҫтөндә эш артабан да дауам итә. Яҡын киләсәктә бында тәбиғәт байлығын һынландырған «Нефть тулҡыны» объекты ла төҙөләсәк.
Илүзә Ҡыҙрасова