Илеш районының «Орленок» лагеренда бөгөн 330 бала ял итә

Илеш районының «Орленок» лагеренда бөгөн 330 бала ял итә. Бында республиканан ғына түгел, Мәскәү, Ырымбур һәм башҡа төбәктәрҙән дә килеп ял итеүселәр бар. Беренсе смена «Бөйөк еңеү вариҫтары» исемен йөрөтә. Лагерҙа спортҡа, уйынға, күңел асыуға йүнәлтелгән сараларҙан тыш, уҡытыу, патриотик һәм хәрби программалар ҙа ҡаралған. Йәйгеһен 21 көнлөк 4 смена планлаштырылған.

Лагерҙа корпустар ремонтланған. Балалар 6 тапҡыр туҡлана. Спорт, футбол һәм волейбол майҙансыҡтары йыһазландырылған. Ял ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә. Малайҙар-ҡыҙҙар кискеһен концерт, дискотека кеүек сараларҙа күңел аса, спорт ярыштарында, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.