Республика клиник онкология диспансерында колопроктология буйынса сираттағы операция үтте

Инвазив ысул менән башҡарылған операция 55 йәшлек иргә яһалды. Уның эсәгендә яман шеш диспансер тикшереү ваҡытында асыҡланған. Шеште тәүге стадияһында табыу һәм алып ташлау сирленең ғүмерен оҙонайтыуға булышлыҡ итә, ти хирургтар.

Пациент бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙмәгән. Тик диспансер тикшереү ваҡытында биргән анализ буйынса сир барлығы асыҡланған. 40 йәштән өлкән һәр кемгә республикалағы колоректаль яман шеште скрининглау программаһын файҙаланыу мөһим.

Рөстәм Әйүпов, Республика клиник онкология диспансеры баш табибының медицина бүлеге буйынса урынбаҫары

Клиникала йылына 11 мең операция эшләнә. Һуңғы биш йылда клиниканың матди- техник базаһын яңыртыу, заманса медицина техникалары менән байытыу һөҙөмтәһендә йылдан-йыл операциялар һаны арта. Көнөнә бында 60 операция үткәрелә.

«Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында алынған аппаратура ярҙамында операция бүлмәләре хәҙер универсаль. Гинекологиямы, колопроктологиямы, йәки башҡа йүнәлешме, беҙ операция бүлмәһенең һәр береһендә уны эшләй алабыҙ. Был бик уңайлы.

Максим Вахитов, Республика клиник онкология диспансерының операция блогы мөдире