«Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле халыҡтарҙы берләштерә. Мәскәү һәм Калининград тамашасыһы һөйөүен яулаған коллектив Өфөлә ҙур программа менән сығыш яһаны. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенттары дирижер Хәйҙәр Вәлиев етәкселегендә донъя халыҡтары әҫәрҙәрен башҡарҙы. Хәйҙәр Вәлиев - Өфө егете, “Тамыр” телеканалы йондоҙо. Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты. «Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле концерты Республика Хөкүмәте ярҙамында ойошторолдо. Артистар тәҡдим иткән бай мәҙәни программа аншлаг менән үтте.