Башҡортостан башлығы республика террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Күләмле акциялар, сығарылыш класс байрам саралары алдынан барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә әҙерлеген тикшереү мөһим. Төбәк башлығы әйтеүенсә, халыҡ күпләп йөрөгән майҙандарҙа хәүефһеҙлек талаптарын етди үтәү мөһим. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә әҙер булыуы шарт. Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса йәй осорона ведомство-ара эш итеү тәртибе, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәренең төп эш йүнәлештәре билдәләнде.