Өфөлә Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюз ойошмалары мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтә

Өфөлә Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюз ойошмалары мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе үтә. Дүрт көнлөк мәғариф программаһына ярашлы, илдең төрлө төбәктәренән йыйылған белгестәр профсоюз хәрәкәте эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса заманса эш алымдарын үҙләштерә, берҙәм мәғлүмәт киңлеге булдырыу, баҫма мәғлүмәт саралары сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре ҡарала. Йәмәғәт ойошмалары тарафынан нейроселтәр ҡулланыу буйынса уңышлы миҫалдар, шулай уҡ ҡануниәттәге үҙгәрештәр өйрәнелә. Сара сиктәрендә хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын күтәреү буйынса төрлө тренингтар ҙа үтә.

Семинарҙа һанлаштырыуға бәйле яңы мәғлүмәт алдыҡ, уҡытыу сифатлы, йөкмәткеле ойошторолған. Көн һайын өйгә эштәр бирелә, практикаға баҫым яһала. Алынған белемде бөгөндән үк эшмәкәрлектә уңышлы ҡулланырға була.

Радий Тайматов, Рәсәй тимер юлсылар һәм транспорт төҙөүселәре һөнәри берекмәһенең мәғлүмәт үҙәге етәксеһе