Донбасты һаҡлаусылар һәм азат итеүселәр иҫтәлегенә. Штеровка ауылында Совет яугирҙарына арналған мемориал реставрациялана. Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проект Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле. Сөнки был урын Бөйөк Ватан һуғышының өнһөҙ шаһиты һәм унда күп кенә яугирҙарыбыҙ башын һалған. Рәсәй көнө алдынан ватан һаҡсыларының туғандаш ҡәберлегендә тантаналы сара үтте. Луганск халыҡ республикаһынан БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.
Штеровка ауылындағы мемориалда төҙөкләндереү эше аҙағына яҡынлаша. Хеҙмәткәрҙәр скульптураның элекке ҡиәфәтен тергеҙеү өсөн күп көс һала. Уҙған быуат урталарында барлыҡҡа килгән һалдат фигуралары ваҡыт үтеү менән емерелә башлай. Ә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән яугирҙарың исемдәре һәм һәләк булған даталары хата менән яҙылған.
Президент гранттары фонды ярҙамында плитәләр яңыртыла, ҡәбер өҫтөндәге постаменттың конструкцияһы эшләнә, мемориал биләмәһе төҙөкләндерелә. Рәсәй көнө алдынан Совет яугирҙарының туғандар ҡәберлегендә тантаналы сара үтте. Сығыш яһаусылар ватан һаҡсыларын иҫкә алды, уларҙың батырлығын киләсәк быуындарға тапшырыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләне.
Сарала ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының, ә 1943 йылдың февраленән 16 - сы гвардия кавалерия дивизияһының данлы хәрби юлын иҫкә төшөрҙө. Улар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм туғандар ҡәберенә сәскәләр һалды.
Билдәле булыуынса, Миңлеғәле Шайморатов 1943 йылда Петровское һәм Штеровка ауылы араһындағы ҡалҡыулыҡта һәләк булған. Бер нисә йыл элек бында бюст ҡуйыла. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы командир папахаһында һынландырылған.
Миңлеғле Шайморатов һәләк булған урында һәр кем үҙен илдең бөйөк тарихының бер өлөшө итеп тоя. Йыл һайын бында геройҙы һәм уның көрәштәштәрен хөрмәтләү өсөн меңәрләгән кеше килә. Һәр дәүерҙә лә башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығы халыҡ хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған.
Илдар Байбулатов