Башҡортостан юлдарында соҡорҙарҙы ямау эше дауам итә

Башҡортостан юлдарында соҡорҙарҙы ямау эше дауам итә. Ишембай асфальт-бетон заводы хеҙмәткәрҙәре көсө менән ҡалалағы тиҫтәнән ашыу урам тәртипкә килтерелгән. Юлсылар билдәләүенсә, көнөнә 30-35 тонна асфальт килтерелеп, хәүефле участкалар ремонтлана. Эш процессы этаптарға бүлеп башҡарыла. Биләмәне төҙөкләндереүгә биш берәмек техника, тиҫтәгә яҡын эшсе йәлеп ителгән.