«Мораҙым» һауыҡтырыу үҙәгендә йәйге ялға балаларҙың беренсе сменаһы ҡабул ителде. Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан биләмәлә файҙалы һәм күңелле ял ваҡытын үткәрергә республиканың төрлө район-ҡалаларынан 80 малай-ҡыҙ йыйылды. “Мораҙым” лагерына Күгәрсен районынан ғына түгел, республика район-ҡалаларынан, хатта башҡа төбәктәрҙән юллама алыусылар бар. Йәш төркөмөнә ҡарап, дүрт отряд ойошторола - 6 йәштән алып 15 йәшкәсә балалар ял итә. Хәл белергә килергә теләгән ата-әсәләр менән осрашыу өсөн махсус урын һәм ваҡыт билдәләнгән. Һауыҡтырыу үҙәгендә балаларҙың ялы бай мәҙәни программа менән ойошторола. Спорт, ижади эшмәкәрлек, ҡыҙыҡлы уйындар ҡаралған.