Кардиология үҙәге яңы корпус ярҙамында операциялар һанын арттырасаҡ

Өфөлә асылған кардиология үҙәгенең яңы корпусы операциялар һанын арттырырға, профилактика эшен көйләргә мөмкинлек бирәсәк.

Ул фәнни-ғәмәли үҙәк булараҡ та эшләйәсәк, сөнки кардиология үҙәге хеҙмәткәрҙәренең күбеһе фән докторҙары, профессорҙар, фән кандидаттары. Һуңғы ике йылда сығарылған медицина техникаһында юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Быға тиклем Республика кардиология үҙәге илдең иң яҡшы ун үҙәге исемлегендә ине, яңы корпус ярҙамында иң яҡшы бишәү иҫәбендә булыр, тигән фекерҙә ғалимдар.