Рәсәй көнө уңайынан Радий Хәбиров бер төркөм үҫмерҙәргә паспорт тапшырҙы. Гражданиндың төп документын уҡыу алдынғылары, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә уңышҡа өлгәшкән йәштәр алды.
Республика район-ҡалаларынан йыйылған малай-ҡыҙҙар өсөн төп документты төбәк етәксеһе ҡулынан алыу иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде. 14 йәше тулған үҫмерҙәр «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы ағзалары. Улар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, яҡшы билдәләргә уҡый һәм илһөйәрлек йүнәлешендәге проекттарҙы тормошҡа ашыра. Республикала үҫмерҙәргә тәүге паспортты тантаналы шарттарҙа тапшырыу патриотик тәрбиәнең бер өлөшө булып тора.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, йәштәрҙә паспорт алып бөйөк ил гражданины булыу менән уның киләсәге өсөн яуаплылыҡ, ғорурлыҡ барлыҡҡа килә. Тиҙҙән республиканы үҫтереү эстафетаһы һеҙгә тапшырыласаҡ. Бының өсөн яҡшы белем кәрәк. Шуға ла әлегә һеҙҙең тәү маҡсатығыҙ яҡшы өлгәшеү, тине Радий Хәбиров.
Тантана барышында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары менән дә әңгәмәләште. Төбәк етәксеһе республика яугирҙар ҡаһарманлығын онотмаясағын белдерҙе. Һуңынан Радий Хәбиров балаларҙы үҙенең эш бүлмәһе менән дә таныштырҙы. Үҫмерҙәр кәңәшмәләр уҙғарыу залы менән ҡыҙыҡһынды.