Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн «Продобро» тип аталған коворкинг-үҙәк асылды

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн «Продобро» тип аталған коворкинг-үҙәк асылды. 200 малай-ҡыҙға иҫәпләнгән ижади майҙансыҡ үҙенсәлекле балаларҙы йәмғиәттә социалләштереү, аралашырға өйрәтеү, һөнәр үҙләштерергә ярҙам итеү өсөн ҡаралған. Яңы үҙәк эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Төбәк етәксеһе мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн коворкинг-үҙәктәр ойоштороу тәжрибәһен артабан дауам итеү маҡсатын ҡуйҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн асылған «ПроДобро» үҙәгендә тәүге ҡунаҡтар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙәк хеҙмәткәрҙәрен баш ҡала көнө менән тәбрикләп балалар менән аралашты. Төбәк башлығы үҙенсәлекле малай-ҡыҙҙар менән балсыҡтан уйынсыҡ ат әүәләп , үҙәк эшмәкәрлеге менән танышты.

Октябрь проспектындағы «ПроДобро» үҙәге мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы берләштергән коворкинг-майҙан. Бында үҙенсәлекле балалар һәм өлкәндәр йәмғиәттә аралашырға өйрәнә, һөнәр үҙләштерә, ижади һәләттәрен аса.

Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн үҙәктә махсус фатир йыһазландырылған. Бында церебраль фалиж, даун синдромы менән ауырыусы балалар көнкүреш әйберҙәр менән файҙаланырға өйрәнә. Ашарға бешереү, бүлмәләрҙе йыйыштырыу өсөн шарттар тыуҙырылған.

Яңы социаль үҙәк 200 кешегә иҫәпләнгән. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ярҙам итеү өсөн 17 хеҙмәткәр махсус әҙерлек үткән. Уларҙың йылы һүҙе, ихлас ярҙамы менән ҡыҙҙар-егеттәр йәмғиәт тормошонда йәшәргә өйрәнә, яңы дуҫтар таба .

Флорида Ким