Өфө халҡы өс байрамды бергәләп билдәләне

Рәсәй, Ҡала һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған байрам саралары бөгөн Өфөнөң бар мәҙәниәт һәм ял парктарында ла үтте. Күңел асыу саралары тотош ғаилә менән бергәләп ял итеүгә ҡоролғайны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Тыуған ергә, сал тарихҡа дан йырлаған композиция Ленин исемендәге майҙанға айырым тантана өҫтәй. Рәсәй һәм Ҡала көнөнә, шулай уҡ Салауат Юлаевтың 271 йыллығына арналған байрам тамашаһында Өфөнөң ижади коллективтары сығыш яһаны. Уларға ҡушылып килгән халыҡ йырланы, бер урында түҙеп тора алмағандар бейергә төштө.

Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо. Интелектуаль уйындарҙы берләштергән майҙансыҡтарҙан да кеше өҙөлмәне. Һәр кем күңеленә яҡын шөғөл, уйын тапты.

Байрам тамашалары баш ҡаланың бар мәҙәниәт һәм ял парктарында ла үтте. Күңел асыу саралары ял көндәренә тиклем дауам итә. Бай программа музыкаль сығыштарҙы, ярыштарҙы, халыҡ оҫталары йәрминкәләрен үҙ эсенә ала.

Азат Ғәлиуллин