Ҡәләм оҫталары һынау тотто. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге әҙәби конкурсҡа йомғаҡ яһалды. «Йәшлек» гәзите ойошторған бәйгелә ҡырҡҡа яҡын автор ҡатнашҡан, хикәйәләрҙә «Ватанға һөйөү» темаһы күтәрелгән. Бүләкләү тантанаһында еңеүселәргә диплом һәм аҡсалата сертификат тапшырылды. Беренсе урынға яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинова лайыҡ булды. Гәзиттә билдәле яҙыусылар иҫтәлегенә әҙәби конкурстар даими уҙғарыла, мәртәбәле сара яңы исемдәр асыу, баҫманы яңы материалдар менән байытыуға булышлыҡ итә.