Шишмә районы Ябалаҡлы ауылында «Шишмә фронты» тип исемләнгән уҡыу-методик лагерь эшләй башланы. Проект Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул төбәктә Граждандар һуғышын археологик өйрәнеү өлкәһендәге беренсе тәжрибә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Экспонаттар Беренсе Бөтә донъя һуғышынан махсус хәрби операцияға тиклемге тарихты күҙ алдына баҫтыра. Уҙған быуат әйберҙәре археологик ҡаҙылма эштәре барышында табылһа, хәҙергеләре махсус хәрби операция яугирҙары ярҙамында тупланған. Улар араһында ҡулға төшөрөлгән НАТО ҡоралдары ла бар. Рәсәйҙең ниндәй илдәргә ҡаршы тороуын төҫмөрләргә мөмкин. Бөгөн махсус хәрби операция хәрби припастары менән Туймазы районы мәктәбе уҡыусылары ла танышты.
Шишмә районында ойошторолған лагерҙа уҡыусылар археология өлкәһен дә өйрәнәсәк. Улар ғалимдар алып барған лекцияларҙы тыңлау менән бергә, үҙҙәре үк ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнаша.
Уҡыу-методик лагерь ярҙамында тарихи башҡорт ауылы эргәһендә бик күп археологик ҡомартҡылар табыла. Улар ғалимдар тарафынан ентекле өйрәнелеп, айырым йыйынтыҡ итеп баҫтырылыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин