Өфөлә Башҡортостандағы тәүге никах үҙәге ишектәрен асты. Ул төҙөкләндерелеп былтыр сафҡа ингән Һыу башняһы майҙанында урынлашҡан. Никах үҙәге баш ҡаланың иң матур нөктәләренең береһен, Ағиҙел йылғаһының бейек, текә ярын биҙәй. Бында йәш ғаиләләргә иҫтәлеккә фотоға төшөргә була. Икенсенән, никах уҡыу тантанаһы стилләштерелгән тирмәлә үтә. Уның дизайны заманса стилдә башҡарылһа ла, милли үҙенсәлек һаҡланған - боронғо традицион биҙәктәрҙе лә, милли декорҙы ла күрергә мөмкин. Никах үҙәге «Мөхәббәт» тип атала. 12 июндә тирмәлә тәүге парҙын никахы теркәлгән дә инде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, мосолман йолалары буйынса ғаилә ҡороусылар күп, ә никах үҙәге был иҫтәлекле көндө йылы, матур шарттарҙа үткәрергә ярҙам итә.