Өфө - Инйәр - Белорет трассаһында километрҙарға һуҙылған автомобиль тығындары барлыҡҡа килде

Өфө - Инйәр - Белорет трассаһында километрҙарға һуҙылған автомобиль тығындары барлыҡҡа килде. Юл ваҡиғаһы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Шәрәй ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙә теркәлгән. Әле ҡоролмала ремонт эштәре бара. Транспорт хәрәкәте бер һыҙаттан ғына ебәрелә. Бөгөн иһә ике яҡтан килеүселәр өсөн дә йәшел ут янып, водителдәр күперҙә осраша. Күрәһең, береһе лә артҡа бирергә теләмәгән. Ул арала һәр ҡаршы яҡтың да артынан километрҙарға һуҙылған тығын йыйылған.