Иглин районында һабантуй байрамы үтте

Республика райондарында һабантуйҙар дауам итә. Был аҙнала ул 20-гә яҡын муниципаль берәмектә үтте. Иглин районында уҙған хеҙмәт байрамы ла милли уйындарға, спорт ярыштарына, йыр-моңға бай булды.

Ауыл биләмәләре ҡорған тирмәләрҙә төбәктә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының милли-мәҙәни йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кәсептәре сағылыш тапты. Иглин районы ысынлап та, күп милләтле халҡы менән дан тота. Һабантуйҙың төп хужалары көндө төнгә ялғап эшләгән ялан батырҙары, район хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарып сыҡҡан. «Агротех» хужалығы 25 йыл дауамында игенселек менән шөғөлләнә. Ер хужалары әйтеүенсә, быйыл сәсеү ваҡытында көндәр яҡшы торған.

Һабантуй тәү сиратта игенселәрҙең байрамы тип һаналһа ла, ул ергә береккән хеҙмәт кешеһен данлау, хөрмәт күрһәтеү сараһы. Байрамда Иглин районының социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары барланды, хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. Төбәктең ижади коллективтары бай мәҙәни программа менән сығыш яһаны. Һабантуйҙа илһөйәрлек темаһына, махсус хәрби операция ҡаһармандарына ла айырым урын бирелде. Иглиндар гуманитар ылау әҙерләү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Һабантуй майҙанында да окоп шәмдәре әҙерләү, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо Һабантуй спорт ярыштарына, милли уйындарға ла бай булды. Батырҙар келәмдә бил һынашты, ә майҙанда ат сабышы үтте. Байрам хеҙмәт кешеһен, ер хужаларын данлаусы күңел, рух, хеҙмәт байрамына әйләнде.