Быйыл 15 мең кубик метрҙан ашыу ОСП һәм ДСП оҙатылған. Уҙған йылда был һан күпкә аҙ булған. Экспортланған тауар тикшерелгән, ул Пекин билдәләгән талаптарға яуап бирә. Башҡортостанда федераль проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, 2030 йылға тиклем экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйыла.