Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, ҡалалар араһында иң яҡшыһы тип Нефтекама танылған. Шулай уҡ Салауат һәм Өфө билдәләнгән. Райондар араһында Благовещен, Мәләүез һәм Бөрө аталған. Рөстәм Моратов белдереүенсә, 2018 йылдан Республика кимәлендә 172 инвестиция сәғәте уҙғарылған. Ошондай эш район һәм ҡалаларҙа ла алып барыла.