МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ҡаралған

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам саралары артты. Хәҙер 50-нән ашыу төр мөмкинлек ҡаралған. Был турала вице-премьер--спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. Яңы саралар исемлегендә теш протездары менән тәьмин итеү, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн сертификаттар биреү, ғаризалар һәм документтарҙы өйҙә тултырыу  мөмкинлеге ҡаралған.