Башҡортостанда етем бала ҡараусылар өсөн түләүҙәр 16,6 процентҡа арта

Бының өсөн бюджеттан 87 миллион  һум бүленергә тейеш. Закон проекты республика парламентында пленар ултырышта  ҡарала.  Пособие 1 июндән башлап  иҫәпләнә, тип  хәбәр итә  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.