Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, чемпионат Смоленск ҡалаһында үтте. Унда 350-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Октябрьскийҙан Константин Лобанов 130 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы. Башҡортостандан тағы бер спортсы - Ильмир Ғәйнетдинов 70 килограмға тиклемге көрәшселәр араһында бронза наградаға лайыҡ булды.