Ремонт 2027 йылда башланырға тейеш. Республика етәксеһе Радий Хәбиров районға эш сәфәре барышында ошо турала белдерҙе. Уҡыу йортона 1960 йылда нигеҙ һалына. Ул ауыл хужалығын механизациялау училищеһы булараҡ төҙөлә. Бөгөн бында “Иретеп йәбештереүсе”, “Һанлы мәғлүмәтте эшкәртеү оҫтаһы”, “Ауыл хужалығы производствоһы мастеры” һәм “Мәғлүмәт системалары операторы” һөнәрҙәренә уҡыталар. Языков ауылында колледж филиалы эшләй. Унда тракторсы-машинист, ашнаҡсы-кондитер дипломын алырға була. “Уҡыу йортон һәм уның дөйөм ятағын төҙөкләндерергә ниәтләйбеҙ. Ҡыҙ һәм егеттәр яҡшы шарттарҙа йәшәргә тейеш”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Колледждың трактодоромы һәм автодромы, 250 гектарҙан ашыу майҙанда уҡытыу хужалығы, икмәк бешереү цехы бар.