Башҡортостанда ҡырағай пляждарҙы тикшерәләр

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдереүенсә, һыуға батыу осраҡтары арта. Бындай хәлдәр рөхсәт ителмәгән урында теркәлә. Һыу инеү тыйылыуы хаҡында билдәләр ҡуйылһа ла кешеләр иғтибарһыҙ ҡала. Ял итеү өсөн ошондай ҡомлоҡтарҙы һайлай”, - тине ведомство етәксеһе. Быйыл республикала 43 кеше батып үлгән. Уларҙың бишәүһе балалар. Рәсми пляждарҙың исемлеге менән комитет сайтында танышырға була.