Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Евразия йөрәгенә сәйәхәт» Халыҡ-ара экспедицияһында ҡатнашыусылар менән осрашып, маршруттың республика аша һалыныуына рәхмәтен белдерҙе. Гуманитар-эшлекле башланғыс 6 июндә Мәскәүҙә старт алғайны, экспедиция Үҙәк Азия менән Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу ҡалаһы аша үтә. Бизнес һәм ғилми берләшмә вәкилдәре, журналистар һәм блогерҙар 51 көн эсендә 8 мең саҡрым ара үтеп, фән, бизнес, мәҙәниәт һәм медиа өлкәһендә тиҫтәләп сара уҙғарасаҡ. Төбәк башлығы проекттың мөһимлеген билдәләне, Үҙәк Азия илдәре менән ныҡлы һәм ышаныслы партнерлыҡ булдырылған.
Экспедицияла ҡатнашыусылар Башҡортостанда 14 июндән 17-һенә тиклем була. Өс көндә улар өсөн бай эшлекле программа, туризм буйынса панель дискуссия, тематик семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарылған. Ҡунаҡтар шулай уҡ гастрономия фестивалендә лә ҡатнашҡан, Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булған. Шулай уҡ Ишембай районында Торатауға күтәрелеү, Шишмә районында «Турахан» Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге менән танышыу ҡунаҡтарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған.