Тәүлек әйләнәһенә ҡотҡарыу: балалар санитар авиацияһы 10 йыллыҡҡа аяҡ баҫа

Киләһе йыл Республика балалар клиник дауаханаһының балалар санитар авиацияһы бүлексәһе 10 йыллығын ҡаршылай. Юл-транспорт ваҡиғаһы булһынмы, янғын осраҡтарымы - Өфө табиптары республиканың төрлө район-ҡалаларына юлланып, кескәй ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Йыл һайын мең ярамдан ашыу саҡырыу эшкәртелә. Ҡотҡарыу хеҙмәте эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Уҙған аҙнала Дәүләкән районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бер автомобиль яна башлай. Аварияла ике водитель һәм 15 йәшлек үҫмер зыян күрә. Һуңғыһы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла, Өфөнән санитар авиация саҡыртыла. Зыян күргән баланың әсәһе табиптарға оло рәхмәтен белдерә.

Ниндәй генә фажиғәле осраҡтар булмаһын, Республика балалар клиник дауаханаһының санитар авиация хеҙмәте белгестәре төбәктең төрлө район-ҡалаларына сығып, ауыр хәлдәгеләргә ярҙам күрһәтергә әҙер. Автопаркта Ансат вертолеты менән 4 реанимобиль. Бүлексәгә килгән барлыҡ саҡырыуҙар диспетчер үҙәге аша үтә. Шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.

Санитар авиация - район-ҡалаларҙағы үҙәк дауаханаларҙың төп терәге. Өфө табиптары урында уҡ операциялар ҙа уҙғара. Яңыраҡ ҡына Нефтекамала өс йәшлек баланың ғүмере ҡотҡарылған.

Вертолет менән реанимобилдәр ауыр хәлдәге пациентты хәүефһеҙ транспортировкалау өсөн барлыҡ тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ярҙам һауанан да, ерҙән дә күрһәтелә. Йыл башынан ғына вертолетта илленән ашыу бала Республика балалар клиник дауаханаһына килтерелгән. Шулай уҡ санитар авиация бригадалары кескәй пациенттарҙы федераль үҙәктәргә лә алып бара.

Гөлназ Хәйбуллина