Күпселек райондарҙа быйылғы һабантуйҙар республикала иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы һәм Рәсәй кимәлендә билдәләнгән Ватанды һаҡлаусылар йылына арнап уҙғарыла.
Уҙған ял көндәрендә Фёдоровка районында үткән һабантуйҙа ла, буласаҡ уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалыусы аграрийҙар менән бер рәттән, махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләре иғтибар үҙәгендә булды. Район ойошмалары парадын да махсус хәрби операция яугирҙары өсөн йылы кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡтар етештереүсе ирекмәндәр асты.
Төп майҙанда райондың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары күрһәтелгән мәлдә, һәр ауыл биләмәһе ҡорған тематик тирмәләрҙә төбәктең данлы йолалары һәм илһөйәр шәхестәре тураһында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин ине. Федоровка районы халҡы әле лә төбәктең данлы йылъяҙмаһын лайыҡлы дауам итә. Махсус хәрби операция биләмәһенә райондан даими рәүештә гуманитар ылау оҙатыла. Пугачев ауыл биләмәһендә яралыларҙы эвакуациялау өсөн ҡулайлама ла уйлап тапҡандар, яҡташтар уны күпләп етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй.