Башҡортостанда беренсел медицина звеноһына биш миллиард һум йүнәлтелә

Быйыл Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһына ярҙамға биш миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған республика хөкүмәте кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралды. Әлегә тиклем 40-лап ярҙам пункты булһа, хәҙер уларҙың иҫәбе 54-кә етә. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған ошо һәм башҡа яңылыҡтар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Республика ҡала- райондарында алты яңы поликлиника. Туғыҙ медицина учреждениеһын төҙөкләндереү, 134 модулле конструкция, меңәрләгән заманса медицина ҡорамалы һәм йөҙгә яҡын санитар автомобиле. Быйыл Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу буйынса күләмле эштәр көтөлә, төбәк программаһы күп яҡлы эшмәкрлекте үҙә эсенә ала. Киләһе биш йыллыҡҡа бурыстар тағы ла ҙурыраҡ. Тиҙҙән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы был программаны дауам итеүҙе финанслау буйынса ҡарар ҡабул итергә тейеш, тине Республика башлығы.

Махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың туғандарына ярҙам итеү мөмкинлектәре лә тикшерелде. Республикала 5 меңдән ашыу яугир дауаланған.Ветерандарға спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла. Ярҙам саралары ла арта. Хәҙер уларҙың һаны 54-кә еткерелә. Исемлеккә яугирҙарҙы теш протездары менән тәьмин итеү өҫтәлә. Дауаханаға һалыу ваҡыты ҡыҫҡара. Яугирҙарға физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеүгә сертификаттар тапшырыласаҡ.

Өфөләге «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында республика реабилитация үҙәге эшләй, унда хәрбиҙәр һаулығын тергеҙә. Радий Хәбиров шифаханала ремонтты йыл аҙағына тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы. Шулдай уҡ ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу һәм тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу буйынса эшмәкәрлекте көсәйтергә саҡырҙы.

Радий Хәбиров Бүздәк районына эш сәфәре йомғаҡтары буйынса ауыл хужалығы колледжын «Профессионалитет»программаһына индерергә ҡушты. Шулай уҡ юлды һәм бер нисә социаль объектты ремонтлау бурысы ҡуйылды.

Оператив кәңәшмәлә төбәк иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлектәре лә ҡаралды. Бының өсөн муниципаль берәмектәрҙә бизнес-берләшмә вәкилдәренә уңайлы шарттар булдырыла. Һүҙ субсидиялар тураһында ғына түгел, ә урындарҙа бизнес-шерифтарҙың даими бәйләнеше, эшҡыуарҙарға ярҙам һәм консультациялар хаҡында ла бара.

Рәмзиә Кәримова