Йыл башынан ғына Өфөлә 200 йүкә ағасы ултыртылға

Йыл башынан ғына Өфөлә 200 йүкә ағасы ултыртылған. Баш ҡаланы йәшелләндереү мәсьәләләре «Йәмәғәт биләмәләре сәғәте» форматында үткән кәңәшмәлә өйрәнелде. Радий Хәбиров сираттағы тематик ултырыш уҙғарҙы.

Өфө ете йыл рәттән «Йәшел Башҡортостан» экология акцияһында ҡатнаша. Уға ярашлы, быйыл яҙ 2 меңдән ашыу ағас һәм шул уҡ күләмдә ҡыуаҡтар ултыртылған. Бынан тыш, урамдарҙа мобиль йәшелләндереү ҙә алып барыла. Йәғни, урамдарға сәскә һәм ҡыуаҡтар ултыртылған һауыттар ҡуйыла. Кәңәшмәлә ландшафт дизайнерҙары ла ҡатнашты. Улар әйтеүенсә, ҡала шарттарында юғары антропоген баҫымға түҙерлек үҫемлектәр ҡулланыу мөмһим. Шулай уҡ аныҡ урын өсөн яраҡлаштырылған йәшеллек һайлау ҙа шарт. Юғиһә, ултыртылған үҫентеләр оҙаҡҡа түҙмәйәсәк. Башҡортостан башлығы ландшайт дизайн тематикаһын креатив иҡтисадты үҫтереү йүнәлешенә лә индереү тәҡдимен әйтте. Баш ҡаланың йәшелләндереү өлкәһендә тупланған тәжрибәһен тотош республикаға таратыу ҙа мөһим, тине Радий Хәбиров.