Өфөлә «Онкоурология аҙналығы» Халыҡ-ара форумы үтә. Унда Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән медицина өлкәһе белгестәре ҡатанаша, улар көнүҙәк тема буйынса вуз-ара студенттар кампусында фекер алыша,тәжрибә уртаҡлаша. Осрашыуҙа яман шеш менән көрәштә иң яҡшы клиник практикалар, фундаменталь һәм өҫтөнлөклө ҡулланма тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре ҡаралды. Программа буйынса табиптар һәм аспиранттар өсөн тренингтар, хирургия оҫталығы конкурсы уҙғарыу ҙа ҡаралған, конференциялар ойошторола.