Өфөлә «Башҡортостан геройҙары» проектының ярым финалистары өсөн уҡыуҙар башланды

Өфөлә «Башҡортостан геройҙары» проектының ярым финалистары өсөн уҡыуҙар башланды. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 66 яугир йыйылған. Араларында ветерандар ҙа, отпускҡа ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Уҡыу барышында яугирҙар өсөн тәжрибәле сәйәсмәндәрҙән интерактив лекциялар һәм тренингтар ҡаралған, хәрбиҙәр шулай уҡ үҙҙәренә оҡшаған йүнәлеште һайлай аласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк проекты Радий Хәбиров тәҡдиме менән 24 февралдә ойошторолдо. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булып тора. «Башҡортостан Геройҙары» программаһы еңеүселәре дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, шулай уҡ дәүләт һәм коммерция компанияларына эшкә урынлаштырыласаҡ.