Ауырғазы районы Иҫке Ибрай ауылында күп йыллыҡ һыу мәсьәләһе хәл ителмәй ҡала

Алтындан да ҡиммәт һыу. Ауырғазы районының Иҫке Ибрай ауылы халҡы нисәмә йыл инде һыуһыҙ интегә. Һыу үҙәкләштерелгән, әммә крандан бер тамсы ла аҡмай. Яуаплы хеҙмәттәр мәсьәләгә бармаҡ аша ҡарай. 21-се быуатта һыуға сарсаған халыҡ менән БЮТ хәбәрселәре осрашты.

Көндәлек эштәр Гөлнара өсөн оло һынауға әйләнә. Иркенләп һауыт-һаба, кер йыуыу кеүек мәшәҡәттәр хыял ғына. Шуға күрә һыуҙың бер тамсыһы ла әрәм ителмәй, хатта ҡабат ҡулланыла.

Гөлнара быға тиклем баш ҡалала йәшәгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яғына ҡайтып төпләнгән. Тик ябай баҡса эштәре шул тиклем мәшәҡәт тыуҙырыуын ул башына ла килтермәгән.

Йәйгеһен ямғыр һыуы ҡотҡарһа, ҡыш ҡар иретелә. Һыу табыу бында иртә таңдан кискә тиклем һуҙылған баш бәләһе. Кран ҡоро булғанлыҡтан, ҡатын-ҡыҙҙар арба этеп ҡоҙоҡҡа юлланырға мәжбүр. Һыуға баҡса ла мохтаж.

Ҡышҡыһын ауыл халҡы проблема тураһында республика башлығына еткергән. Һыу бер аҙға ғына барлыҡҡа килгән дә, тағы юҡҡа сыҡҡан. Ҡоҙоҡтар ҡаҙыу мәсьәләне хәл итмәй, ти Ибрайҙар. Һыу үтә тәрәндә һәм хаҡлы ялдағыларҙың кеҫәһенән килерлек түгел. Ә янғын хәүефе юғары булған осорҙа һәр бер йортта һыу булыуы шарт.

Йәшәү сығанағы юҡлығына һыуүткәргестәрҙең таушалыуы сәбәпсе. Торбаларҙа баҫым юҡ . Әле уларҙы төҙөкләндереү эштәре бара. Ауылға һыу цистерналар менән килтерелә.

Ауыл хакимиәте етәксеһе әйтеүенсә, 2026 йылда халыҡ менән урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға хәл ителгән. Йәлеп ителгән аҡсаларға һыу башняһы төҙөү күҙаллана. Ләкин йәшәү сығанағы ауыл халҡына бөгөн кәрәк.