Салауат Юлаевҡа арнап: Опера һәм балет театрында милли батырға арналған концерт

Батыр мин һәм йырсы. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға арналған тамаша үтте.

Концерт программаһы бай йөкмәткеле итеп әҙерләнгән. Тамаша барышында Салауат Юлаевтың шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Сәхнә оҫталары шулай уҡ мәшһүр композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Абрар Ғабдрахмановтың милли батырыбыҙға арнап яҙған әҫәрҙәрен башҡарҙы. Йырсылар әйтеүенсә, сәхнәлә Салауат Юлаев образын һынландырыу, йәки уның тураһындағы йырҙарҙы башҡарыу оло яуаплылыҡ талап итә. Батырҙың рухын тапшырыу шарт. Билдәле йырсы Иҙел Аралбаев «Салауат Юлаев» операһында Салауат ролен башҡарған, был роль минең хыялым ине, ти сәхнә оҫтаһы.

Тамашаның режиссеры Айһылыу Иҡсанова программаға Салауат Юлаевтың көслө рухын сағылдырған әҫәрҙәрҙе туплаған. Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты. Салауат рухы беҙҙең йөрәктәрҙә, ти улар.