Сибайҙа армрестлинг буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Сибайҙа махсус хәрби операция ветераны Сергей Ипатов ойошторған армрестлинг буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Төрлө быуын вәкилдәрен осраштырған турнир рухи һәм физик ныҡлыҡты һынау урынына әүерелде. Ярышта йәштәр менән бер рәттән махсус хәрби операция яугирҙары һәм ветерандары ла ҡатнашты.

Бындай оҫталыҡ дәрестәре һәр кемгә рухи һәм физик яҡтан үҫеү мөмкинлеге бирә. Йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләүҙә лә мөһим роль уйнай, тип уйлайым.

Сергей Ипатов, Махсус хәрби операция ветераны