Башҡортостан Парламенты йомғаҡлау ултырышында 70-тән ашыу мәсьәлә ҡараясаҡ

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышы 24 июндә, шишәмбе көн үтә. Был турала бөгөн Президиум ултырышында Парламент рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.

Йомғаҡлау ултырышы 2024 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү, продукция етештереү, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү тураһындағы докладты тыңлауҙан башлана. Ҡануни документтарға килгәндә, көн тәртибенә 70-тән ашыу пункт индерелгән, уларҙың күбеһе республика закон проекттары менән бәйле. Мәҫәлән, Башҡортостан Конституцияһына өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереү буйынса.

Конституция кимәлендә федераль ҡануниәттә билдәләнгән йәмәғәт власын ойоштороу талаптары билдәләнә. Парламент структураһы билдәләнә. Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһына закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы бирелә.

Ҡануни проекттарҙың бер өлөшө социаль яҡлау сараларына ҡағыла. Мәҫәлән, депутаттар етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡараған опекундарға һәм попечителдәргә аҡсалата түләүҙе арттырыу тураһында закон ҡабул итергә ниәтләй.

Көн тәртибенә индерелгән иң мөһим закон проекттары иҫәбендә -Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Был илебеҙҙә төбәк кимәлендә ҡабул ителгән беренсе ошондай закон. Һүҙ хәрби журналистарҙы социаль яҡлауҙы көсәйтеү хаҡында бара. Улар ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, халыҡҡа хәрби хәрәкәттәр зонаһынан дөрөҫ мәғлүмәт еткерә.