Азат Бадранов журналистарға юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы

«Башинформ» агентлығында бар ғүмерен Башҡортостан матбуғатын, телевидениены, радионы үҫтереүгә арнаған хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Республиканың юғары дүәләт наградаларын Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов тапшырҙы.

Әлеге заман журналистары алдында күп яҡлы бурыстар тора. Уларға мәғлүәмт һуғышы шарттарында эшләргә лә, һанлы технологияларҙы үҙләштерергә лә, үҙ һөнәренең оҫтаһы булырға ла кәрәк. Әлеге ваҡытта үҙ илеңдең ысын патриоты булыу ҙа мөһим. Әйткәндәй бөгөн бүләкләнеүселәрҙең күбеһе махсус хәрби операцияға ярҙам ойоштороу буйынса даими эшмәкәрлек алып бара.

Юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булыусылар исемлегендә билдәле журналистар ҙа, операторҙар ҙа, техник хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Әммә уларҙың һәр береһе һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һәм юғары оҫталыҡ өлгөһө булып тора. Мәҫәлән, беҙҙең коллегабыҙ Тимур Әйүпов -»Башҡортостан» телерадиокомпанияһының аппарат-студия цехы етәксеһе, телевидение өлкәһендә 2007 йылдан эшләй. Бөгөн Тимур Нәҡиб улына «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигнә абруйлы исем бирелде.