Өфөгә Волга буйы федераль округының туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йәш уҡытыусылары йыйылды

Өфөгә Волга буйы федераль округының туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йәш уҡытыусылары йыйылды. Форумда туған телде һаҡлау, уны киләсәк быуындарға тапшырыу юлдары, полилингваль мәктәптәрҙең роле һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты, яңы алымдар тураһында фекер алышты һәм киләсәккә пландар ҡорҙо. Йыйын 350-нән ашыу педагогты берләштерҙе. Форумды ойоштороусы Федераль туған телдәр институты белгестәре йәш педагогртарҙың квалификацияһын камиллаштырыуҙы мөһим эшмәкәрлек тип иҫәпләй. Һәм тик ошо ысул менән генә мәғариф учрежденияларында педагогтарҙы һаҡлап ҡалыу мөмкин.