Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында 14 меңгә яҡын бюджет урыны билдәләнгән. Барлыҡ университеттарҙа ла ҡабул итеү буйынса контроль һандар, ҡағиҙәләр, өҫтәмә имтихандар билдәләнгән. Документтарҙы 20 июндән тапшырырға мөмкин. Абитуриенттар өсөн ҡыҙыу осор тураһында киләһе яҙма
Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡабул итеү кампанияһына тулыһынса әҙер. Барлыҡ факультет-институттар тураһында мәғлүмәт эленгән, документтар берҙәм тәҙрә режимында күп функциялы студенттар офисы аша эшкәртеләсәк. Шулай уҡ абитуриенттар документтар тупланмаһын ситтән тороп та ебәрә ала.
Юғары уҡыу йортонда бакалавриат, специалитет һәм магистратура буйынса 5600-ән ашыу бюджет урыны бүленгән. Бөтә Рәсәй һәм министрлыҡ тарафынан билдәләнгән олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары имтиханһыҙ ҡабул ителә, уларға 50 меңдән 80 мең һумғаса айлыҡ стипендия ҡаралған. Шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарының уртаса бал һөҙөмтәләре буйынса ла өҫтәмә түләүҙәр билдәләнгән. Университет кимәлендә яңы уҡыу йүнәлештәре лә асыла. Был йәһәттән Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты халыҡ-ара бәйләнештәргә өҫтөнлөк бирә, студенттар өсөн сит илдәргә стажировкалар ҙа бушлай ойошторола.
Быйыл Башҡортостан вуздарында 14 меңдән ашыу бюджет урыны булдырылған. Абитуриенттар бер юлы биш юғары уҡыу йортонда бишәр йүнәлеш һайлай ала. Университеттар сығарылыш синыф уҡыусылары менән профориентация эшен йыл дауамында алып барған, үҫмерҙәр өсөн Вуз-ара студенттар кампусына ла экскурсиялар даими уҙғарылған.
Өфө дәүләт нефть техник университетында Евразия политехник мәктәбе лә уңышлы эшләй. Нефть һәм газ эше, химия технологиялары, төҙөлөш йүнәлештәрен үҙләштереүҙән тыш, ҡулланма информатика буйынса икенсе квалификация ла яҡлана. Юғары уҡыу йортоноң предприятиелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе лә - йәштәргә яңы мөмкинлектәр аса.
Вуздарға документтарҙы 20 июндән 25 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин. Бюджет һәм түләүле урындар буйынса уҡырға ҡабул итеү тураһында бойороҡтар август аҙағына тиклем баҫтырыла.
Гөлназ Хәйбуллина