Башҡортостанда “Ҡала тренеры” программаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итте. Вице-премьер һүҙҙәренсә, һайлап алыуҙы үткән һәр ҡатнашыусыға 1 миллион һумлыҡ аҡсалата сертификат тапшырыла. “Аҡсаны торлаҡ, өй һалыу өсөн ер участкаһы һатып алыу, ипотеканы ҡаплау, шәхси йорт төҙөүгә тотоноп була”, — тип яҙған Руслан Хәбибов. Башҡортостанда 2020 йылдан "Ауыл тренеры" программаһы уңышлы эшләп килә.